Ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис айлыҡ журнал
Общественно-политический, научно-популярный и художественный ежемесячный журнал
Monthly Socio-Political, Scientific and Literary Journal
12+

Социомәҙәни күренеш булараҡ башҡорт теле: проблемалар һәм перспективалар

Открытый научно-общественный форум "Ватандаш+"

19.09.2017 14:56:0014:09

«Ватандаш»+ фәнни-ижтимағи форумы йәйге каникулдан һуң үҙенең эшен дауам итә. Был юлы ул «Башҡорт теле социомәҙәни күренеш булараҡ: проблемалар һәм перспективалар» тигән темаға арналды.

«Ватандаш»+ фәнни-ижтимағи форумы йәйге каникулдан һуң үҙенең эшен дауам итә. Был юлы ул «Башҡорт теле социомәҙәни күренеш булараҡ: проблемалар һәм перспективалар» тигән темаға арналды. Унда Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары, филология фәндәре докторҙары Ғиниәт Ҡунафин, Гөлфирә Абдуллина, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты доценттары, филология фәндәре кандидаттары Фәнзил Санъяров менән Әхәт Илмөхәмәтов, шағирәләр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Гөлфиә Иҙелбаева, Гүзәл Ситдиҡова, яҙыусы Әмир Әминев, журналист Зәйтүнә Ниғмәтйәнова һәм студенттар ҡатнашты. Һөйләшеүҙе «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева алып барҙы.

— Нимә ул социомәҙәни күренеш? Унда башҡорт теле ниндәй урын биләй? Ошо төшөнсәләрҙе тәүҙә асыҡлап үтәйек.

Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина, БДУ-ның шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире:
— Башҡорт теле бөгөнгө йәмғиәттә аралашыу ҡоралы ғына түгел. Беренсенән, беҙ йәшәгән республика күп милләтле, быуаттар буйы әллә күпме халыҡтар солғанышында йәшәйбеҙ. Икенсенән, башҡорт телендә һөйләшеүселәр, башҡорт телен ҡулланыусылар республика биләмәһе менән генә сикләнмәйенсә, төрлө ҡитғаларға, илдәргә таралған. Күп милләтлелек шарттарында беҙ телде социомәҙәни
күренеш итеп, йәғни йәмғиәт, мәҙәниәт менән тығыҙ бәйләнештә тороусы, уларға йоғонто яһаусы, аралашсы функцияһын үтәүсе күренеш итеп тә ҡабул итергә
тейешбеҙ. Әйтәйек, мәҙәниәт аша халҡыбыҙҙың аңы,тәжрибәһе тупланып, килер быуындарға еткерелһә, социаль мәҙәниәт аша йәмғиәттә кешеләрҙең роле, унан да бигерәк үҙ-ара мөнәсәбәттәре күрһәтелә. Ошоларҙың бөтәһе лә тел аша ғәмәлләштерелә. Башҡорт теленең йәмғиәттә тотҡан урынын билдәләү, башҡа милләт вәкилдәренең ерле халыҡ теленә ҡарашы ла уртаға һалып һөйләшеүҙе талап итә.

— Йәмғиәттә үҙгәрештәр йәшен тиҙлегендә бара. Ошо яңылыҡтар, үҙгәрештәр телдәге процестарға ла ҡағыла. Телде уҡытыуға, өйрәтеүгә яңы методика кәрәк, тигән фекер әйтелде. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында ошо фекер нисек ҡабул ителде икән? Методика үҙгәрергә тейешме, әллә методикабыҙ камил һәм уны үҙгәртеп тороуҙың кәрәге юҡмы?

Фәнзил Бүләк улы Санъяров, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты доценты:
— Методика — ул айырым фән. Шунлыҡтан бөтә юғары уҡыу йорттарында ла телдәрҙе уҡытыу буйынса махсуслашҡан кафедралар бар, мәҫәлән, рус теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы.
Икенсенән, методика — туҡтауһыҙ үҫешә тороусы фән. Мәҫәлән, 60-сы йылдарҙағы уҡытыу методикаһын иҫкә төшөрһәк, уҡытыусы апай, класс таҡтаһы һәм аҡбур күҙ алдына баҫа. Бер аҙҙан дәрестәрҙә
диафильмдар күрһәтелә, кинопроекторҙар ҡулланыла башланы. Хәҙер иһә бөтә уҡытыу процесы мәғлүмәти-коммуникатив технологияларға ҡоролған. Ошоға бәйле уҡытыу методикаһы ла, һис шикһеҙ, үҙгәрергә тейеш. Методика бар һәм ул бигүк насар ҙа түгел. Уҡытыусыларҙың барыһы ла методиканы яҡшы белә. Йәғни республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында был йәһәттән төплө белем бирелә. Ә инде артабан уҡытыу процесында уны нисек итеп һөҙөмтәле ҡулланыу уҡытыусының үҙенән, уның интеллектуаль үҫеш кимәленән, эшенә яуаплы ҡарауынан тора.


Әхәт Ғәлим улы Илмөхәмәтов, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты доценты:
— Ысынлап та, тәү сиратта уҡытыусының үҙенән тора, сөнки кисә алған белем бөгөнгө көнгә тап килмәҫкә мөмкин. Икенсенән, заман менән бергә балаларҙың физиологияһы ла, психологияһы ла үҙгәрә.
Көн һайын яңы дәреслектәр сығарырға мөмкинлек юҡ. Етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, методиканы үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Бында киң уҡытыусылыҡ йәмғиәтен йәлеп итеү мөһим, сөнки һәр уҡытыусының күнегелгән, үҙ иткән уҡытыу алымы, системаһы бар. Барыһына ла бер төрлө уҡытыу системаһы тәҡдим итеү ҙә дөрөҫ булмаҫ, сөнки кемдер уйын алымдарын отошло файҙалана, ә икенсе уҡытыусы халыҡ йолалары нигеҙендә эш итә. Балаларҙың телгә мөнәсәбәте һәм кимәле лә иҫәпкә алынырға тейеш. Уларҙы ҡыҙыҡһындырыу, мауыҡтырыу өсөн төрлө алымдар ҡулланырға кәрәк. Беҙ бының өҫтөндә эшләйбеҙ, мөмкинлектәрҙән сығып, ҡала мәктәбе һәм ауыл мәктәбе уҡытыусылары өсөн айырым курстар ойошторорға тырышабыҙ. Телде уҡытҡанда башҡа телдәрҙе уҡытыу тәжрибәһенә таянып эш итеү мөһим. Шунлыҡтан ике-өс телде белгән белгестәр кәрәк. Беренсе кластан башлап инглиз телен өйрәнгән йәштәр телде лә яҡшы белә. Инглиз, немец һәм
башҡа телдәрҙе төптән белгән белгестәр булһа, тағы ла яҡшы. Уҡытыусыларҙан, киң йәмәғәтселектән тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ.

— Ҡазан дәүләт университетында 2012 йылдан алып аҙнаһына ике тапҡыр икешәр сәғәтлек түләүһеҙ курстар үткәрелә. Беҙҙә берәй ерҙә ошондай курстар ойоштороламы? Минеңсә, юҡ. Бәлки, яңылышамдыр. Ошоға бәйле һорауҙы киңерәк итеп ҡуйғым килә: ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙме икән?

Ә.Ғ.Илмөхәмәтов:
— Уның буйынса башланғыстар бар ине. Биш-алты йыл элек тирәһе булғандыр, Өсөнсө быуын университеты булдырыу буйынса дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башлағайны. Төрлө йүнәлештәр буйынса программалар әҙерләнек, тик ул бойомға ашырылманы, баҫылып ҡалды.

 Ф.Б.Санъяров:
— Һеҙ проблеманы дөрөҫ күтәрҙегеҙ. Татарстан миҫалына килгән саҡта, Татарстан федераль университетының Филология институты бар. Унда бер нисә йыл элек татар телен дистанцион рәүештә өйрәнеү курстары асылды. Былтыр унда 11 мең кеше теркәлгәйне. Был бер булһа, икенсенән, заманында беҙҙең институтта ла булды. Дәүләт органдарында эшләгән белгестәргә, етәкселәргә башҡорт теленән курстар ойошторҙоҡ. Әле шуларҙы яңынан тергеҙергә кәрәк. Дәүләт органдарында эшләгән иптәштәр ҙә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ, ошо курстар аша өйрәнә алыр ине. Ғөмүмән, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса дистанцион курс асырға мөмкин. Рус, инглиз, башҡорт телдәрен сағыштырып өйрәнеү буйынса.

Зәйтүнә Ниғмәтйәнова, «Киске Өфө» гәзите журналисы:
— Был йәһәттән Өфө ҡала хакимиәтенең гуманитар бүлегенең тәжрибәһе бар. Бер нисә йыл элекулар, хакимиәттә эшләгән белгестәрҙән башҡорт телен өйрәнергә теләүселәрҙе йыйып, курс үткәрҙе.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты уҡытыусылары дәрес бирҙе. Уҡып бөткәс, сертификат та тапшырҙылар. Ошо курстарҙы үткән башҡа милләт вәкилдәре тәбрикләү һүҙен матур итеп башҡортса әйтергә өйрәнгәйне. Тимәк, файҙаһы булған.









Г.Р.Абдуллина:
— Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы бөгөндән башҡорт телен өйрәнеү буйынса бушлай курстар асырға әҙер. Ғаризалар ғына булһын, тәжрибәбеҙ бар.
Башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион технологиялар ҡулланыу буйынса квалификация күтәреү курстары ойошторғанбыҙ, хаҡы юғары түгел. 12 кешенән торған төркөм йыйылғанда тотош республика буйынса сығыу мөмкинлеге бар. Һуңғы өс айҙа ғына беҙҙең кафедра базаһында ете тиҫтәнән ашыу уҡытыусы белемен камиллаштырҙы. Ихтыяж бар икән, талаптарҙы ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеге тыуҙырасаҡбыҙ, шулай уҡ дистанцион форматта ла.

 — Интернет тормошобоҙға көндән-көн нығыраҡ үтеп инә. Бының ыңғай яҡтары ла, кире йоғонтоһо ла бар. Йәштәр хәҙер, ғөмүмән, виртуаль донъяла йәшәй. Социаль селтәрҙәрҙә үҙенә генә хас бер тел барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә ҡабул ителгән терминдар менән генә аралашып, лайктар ҡуйып ҡына, тере аралашыуҙан бөтөнләй мәхрүм быуын үҫеп килә. Интернет киңлегендә телебеҙҙе яҡлауға, пропагандалауға ҙур хеҙмәт һалған Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының күҙәтеүҙәре ниндәй икән?

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре:
— Интернеттың ыңғай яғын күберәк күрәм. Биш йыл элек тәү башлап «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» тип аталған төркөм асҡанда барлығы 3—4 кенә башҡорт төркөмө бар ине. Хәҙер иһә башҡорт төркөмдәренең
иҫәбе юҡ. Шул хәтлем күп. Был яҡшы, әлбиттә, әммә шуныһы борсой: ни тиклем күберәк яҙалар, шул тиклем хата. Хаталарға бөтөнләй иғтибар итмәйҙәр, төҙәтеп тә тормайҙар. Өҫтәүенә, башҡорт хәрефтәрен ҡуйып булмай тип, рус хәрефтәрен ҡулланалар. Был да телде боҙоуға хеҙмәт итә.
«Бәйләнештә» селтәрендә «Серләшәйек» тигән төркөм бар. 60 меңдән ашыу ҡулланыусыһы булған башҡорт телендәге иң ҙур төркөм тип атарға була. Унда — гел йәштәр, бер ниндәй мөхәррирләү, төҙәтеү юҡ. Ундағы әшәкелек, әхлаҡһыҙлыҡ — иҫ китмәле! Бына быныһы инде бик аяныс. Интернеттың тиҫкәре яғын ошонда күрәм. Йәштәргә тәрбиә бирмәй ул, боҙа ғына. Ошо миҫал нигеҙендә интернетта ла телселәр, ғалимдар яғынан кон- троль кәрәк, тип әйтергә теләйем. Ололарға интернетҡа инеп өйрәнеп, өйрәтеп барыу зыян итмәҫ ине.
«Башҡорт ҡатын-ҡыҙы»н интернетта иң етди төркөм тип әйтә алам. Сөнки унда бөтә темаға ла: сәйәсәт, йорт эштәре, тәрбиә һ.б. яҙалар. Төркөмдә
ғәмәлдә күпселеге ауыл зыялылары. Башҡорт теле уҡытыусылары байтаҡ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡытыусылар ҙа хаталы яҙа — шул борсой.
Башҡорт телен интернетта киңәйтеүҙең икенсе мөмкинлеге бар — ул Башҡорт Википедияһы. Беҙҙең телебеҙҙең үҫешенә хеҙмәт итә торған бер күренеш, тип әйтер инем.Әле бер дүрт йыл элек кенә интернетта телдәрҙең өс-дүрт проценты ғына ҡулланыла ине, хәҙер инде 13 процентҡа яҡынайып килә. Шул телдәр араһына башҡорт теле килеп ингән икән, бик һөйөнөслө хәл. Уҡытыу процесында мотлаҡ Википедияны ҡулланыр кәрәк. Унда төрлө мәҡәләләрҙе
тәржемә итергә мөмкин. Студенттар файҙалана ала.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә федераль финанслауға ғына һалышыуҙан шундай проблемаға килеп терәлдек. Әгәр ҙә республика бюджетынан аҡса бүленһә, был проблема килеп тә тыумаҫ ине.
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы тураһында һүҙ булды. Минеңсә, бында ла етешһеҙлек ҙур ғына. Телде уҡытыуҙы ҡыҙыҡлыраҡ итергә кәрәк. Сит телдәрҙең методикаһын ҡулланырға тигән фекер менән тулыһынса килешәм. Дәреслектәр ауыр тигәнде лә күп ишетергә тура килә. Уларҙың ҡатмарлы икәнен ейән-ейәнсәрҙәрем менән үҙем дә татыным. Бынан тыш, балаларға башҡортса компьютер уйындары, йәнһүрәттәр кәрәк. Бразилия сериалдарын башҡортсаға тәржемә итеп аҡса түккәнсе, йәнһүрәттәрҙе тәржемә итһендәр ине.


Һөйләшеү бик йәнле барҙы


Ә.Ғ.Илмөхәмәтов:
— Бөгөнгө көндә туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуҙы ғәмәлдә мәктәпкә йөкмәтеп ҡуйҙылар, уның төп функцияһына әйләндерҙеләр. Әлбиттә, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә, милли рухлы шәхес тәрбиәләүҙә мәктәптең роле баһалап бөткөһөҙ, ләкин бар эште лә мәктәпкә генә япһарыу дөрөҫ булмаҫ, минеңсә. Системалы эш кәрәк. Беренсе сиратта, башҡорт йәш ғаиләләренә иғтибарҙы көсәйтеү зарур.
Хәҙерге олатай-өләсәй институты юҡҡа сыҡҡан ығы-зығылы заманда күпселек ата-әсә балаһының теле асылыр-асылмаҫ элек телевизор алдына ултырта. Ә унда — тиҫтәләгән ҡыҙыҡлы сюжетлы, мауыҡтырғыс йәнһүрәт, береһе оҡшамаһа,пульт төймәһенә баҫып, икенсеһен һайларға мөмкин. Йә булмаһа, компьютер уйындары менән әүрәтәләр. Әлбиттә, уларҙың күпселеге — рус телендә. Бала
отҡор, шунда уҡ үҙенә һеңдерә бара. Теле башҡорт (туған) телендә асылған бала ла балалар баҡсаһында рус тел мөхитенә сума. Өйгә ҡайтҡас та ата-әсәһенә русса өндәшә ул, тора-бара улары ла балалары менән туған телдә аралашыуҙан туҡтай. Аҙаҡ инде фекерләүе лә, телмәре лә рус телендә формалашҡан баланы мәктәпкә тапшыралар һәм туған телде белеүен талап итәләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар баҡсаларында башланған бик матур эш туҡтап ҡалды. Һәр микрорайонда берәр башҡорт балалар баҡсаһын асҡанда ла һәйбәт
булыр ине. Мөхит булмаһа, бала һөйләшмәй, фекер алышыу формалашмай. Башҡортса балалар өсөн тапшырыуға килгәндә, кабель телевидениеһында 180 канал бар, шуның нисәүһе башҡорт телендә?! Башҡортса балалар каналын киңәйтеү мәсьәләһен дәүләт кимәлендә күтәрергә кәрәк. Компьютер уйындарын булдырыу өсөн дә дәүләт кимәлендә финанслау кәрәк.

 Гөлфиә Иҙелбаева, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
— Һуңғы ваҡытта уҡыу-уҡытыу процесында тәрбиә мәсьәләһе төшөп ҡалып бара ине. Был хаҡта мин бер нисә мәҡәлә лә яҙғайным. Быйыл, ниһайәт,
ул иғтибар үҙәгенә алынды. Был бик яҡшы. Беренсе урында барыбер тәрбиә булырға тейеш. Уҡытыусылар ғаилә менән бәйләнеште нығытыу өҫтөндә эшләргә тейеш, тип уйлайым.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы итеп үҙгәртелеүе лә тик яҡшыға ғына. Сөнки нимә генә тиһәк тә, барыһы ла финанс мәсьәләһенә килеп терәлә. Ә министрлыҡ булғас, барыбер ҙә ниндәйҙер кимәлдә аҡса ла бүленәсәк. Урындарҙа уларҙың берәмектәре була һәм ата-әсәләргә, уҡытыусыларға улар менән эшләү мөмкинселеге тыуа. Ғөмүмән, ғаиләгә, тәрбиәгә ыңғай тәьҫир итер, тигән ышаныс ҙур.

Алда әйтеп үтелеүенсә, ысынлап та, тел беренсе сиратта ғаиләлә асыла. Һәм ошо үҙгәрештәрҙең телгә лә йоғонтоһо булмай ҡалмаҫ, тип өмөтләнәм. Беҙгә милли сәйәсәт мәсьәләләрен көйләүсе, хәл итеүсе орган да кәрәк. Ул әлеге шау-шыуҙы ла бер аҙ баҫыр ине. Беҙҙең йәмәғәт ойошмалары күп кенә. Улар матур ғына эшләргә лә өйрәнде. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, уҡытыусыларҙың төрлө ойошмалары һ.б. Дини ойошмалар ҙа күбәйә башланы. Улар үҙҙәренсә эшләй, әммә финанс менән тәьмин ителмәгән. Дәүләт ойошмалары түгел. Мәҙәниәт министрлығында милли сәйәсәт бүлеге булдырылһа, ниндәйҙер кимәлдә ошо бурыстарҙы үтәр ине. Милли мәсьәләне күтәрмәһәң, уның менән шөғөлләнеүсе дәүләт органдары булмаһа, ул мәсьәлә юҡ тигән һүҙ түгел. Ул проблема бар һәм уны дәүләт кимәлендә хәл итергә кәрәк. Икенсе мәсьәлә: ир-егеттәр ауылдан китә, тибеҙ. Әйткәндәй, хәҙер ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ ҙа китә башланы. Улар ҡайҙа бара һуң? Күберәге район үҙәктәренә, ҡалаларға. Бына шуларҙың социаль һәм башҡа мәсьәләләрен хәл итеүҙе законлаштырыу кәрәк. Юғиһә, эш урындары, торлаҡ булмау сәбәпле, улар кире ауылға ҡайта, йәнә сығып китә. Бына шулай ҡамғаҡ кеүек йөрөй халҡыбыҙ. Халҡыбыҙҙы ситкә сығарып ебәрмәй, үҙебеҙҙә ҡалдырһаҡ, демография мәсьәләһе лә хәл ителер ине. Миңә, халыҡ шағиры булараҡ, йыш ҡына ауылдарға, райондарға сығырға, мәктәптәрҙә осрашыуҙарҙа, төрлө кисәләрҙә ҡатнашырға тура килә. Бына шул ваҡытта уҡыусыларҙың “Йәншишмә”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” кеүек балалар баҫмаларын алдырмауы, уҡымауы күҙгә ташлана. Бында уҡытыусыларҙың да ғәйебе бар, тип иҫәпләйем. Сөнки улар үҙҙәре лә матбуғат баҫмаларын уҡымай. Уның өсөн мотлаҡ министрлыҡтан баҫым кәрәкме икән ни?! Уҡытыусылар ҙа һүлпәнәйҙе, элек беҙ уҡыған саҡтағы кеүек түгел.

Гәзит-журналдарға ҡағылғас, тағы бер мәсьәләгә туҡталып китмәй булмай. Беҙҙең иң күп яҙышҡан, көнүҙәк темаларҙы яҡтыртҡан, ил мәсьәләрен күтәргән журналистарыбыҙ эштән китә. Был бик ҙур проблема, тип иҫәпләйем. Телгә туранан-тура ҡағылған проблема. Уларҙы нисә йылдар уҡытып сығараһығыҙ, улар тәжрибә туплай. Эшенән китергә мәжбүр була, сөнки үҙ-үҙен хөрмәт иткән журналист аҙ ғына эш хаҡына эшләп йөрөмәйәсәк.

 — Телдең төп функцияһы — коммуникатив функция. Шул уҡ ваҡытта тел тарихи хәтерҙе һаҡлаусы, мәҙәни мираҫты тапшырыу сараһы ла. Шуға күрә башҡорт телендә ижад итеүсе яҙыусыбыҙ Әмир Мөхәмәт улы Әминевҡа һүҙ бирәйек.

— Билдәле яҙыусы, шағир, тәржемәсе Юрий Андрианов менән бергә уҡығайныҡ. Бер мәл ул мине ҡунаҡҡа саҡырҙы. Атаһы оло ғына ине, сәй эсеп ултырғанда минән: «Һин башҡортмо, үҙ телеңде беләһеңме?» — тип ҡыҙыҡһынды. «Беләм», — тигәс, башҡортса бер нисә һүҙ әйтеүемде һораны. Һуңынан иһә миңә уларҙы руссаға тәржемә итеп бирҙе. Аптырап ҡалыуымды күреп: «30-сы йылдарҙа Өфөлә барыһы ла башҡорт телен өйрәнде, мин дә башҡортса уҡыным. Ул дәүләт теле ине», — тине. Артабан беҙҙең һөйләшеү башҡорт телендә дауам итте. Бына дәүләттең, хөкүмәттең телгә булған мөнәсәбәте. Юра урыҫ булһа ла, беҙҙең әҙәбиәткә, мәҙәниәткә шундай иғтибарлы ине. Тәржемә менән күп шөғөлләнде. Әҙәби әҫәрҙәрҙе генә түгел, фольклорҙы ла тәржемә итте. Ошонан сығып, шуны әйтергә теләйем: әгәр ҙә шул ваҡыттағы мөнәсәбәт булһа, беҙҙәге бөгөнгө хәл булмаҫ ине. Күптән түгел Распутиндың баҫылмаған интервьюһы сыҡҡан гәзит ҡулыма килеп эләкте. 1990 йылдың 20 февралендә болгар гәзитенә биргән булған ул. Шунда аҙ һанлы халыҡтарҙың теле һәм мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында иҫ киткес шәп фекерҙәр әйтелгән. Бөгөнгө һөйләшеүҙә әйтелгән фекерҙәр менән дә тулыһынса килешәм. Баланың туған телен белеү-белмәүе ғаиләнән килә. Өҫтәл буйынан тәрбиәләй барһаң, бындай проблема булмай. Футболда бер генә уйынсы насар уйнаһа ла, команда юҡ, тиҙәр. Шуның кеүек үк, телде һаҡлау һәм үҫтереүҙә лә һәр кем — үҙ урынында уйынсы. Урам һепереүсеме, һатыусымы, табипмы — быныһы мөһим түгел. Ә уның үҙ туған теленә тоғро ҡалыуы, йәғни һәр кем менән туған телендә һөйләшеүе мөһим. 

Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин, БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире:

— Бик матур ғәмәли фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны, быныһы яҡшы. Нисек кенә булмаһын, бөгөнгө көндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсьәлә политологик төҫ ала, сәйәси мәсьәләгә күсә бара. Тел — ул ябай аралашыу сараһы ғына түгел, ул милләттең фекерләү рәүешен, асылын күрһәтеп биреүсе ҙур ҡорал. Шул уҡ әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, бына мин тиңдәр араһында тиң тип күрһәтеп бирә ала. Милләттең йөҙө ошонда. 20 йыллап ваҡыт Мәғариф министрлығындағы хәлдәрҙе лә күҙәтә барабыҙ. «Йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеһе, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының жюри ағзаһы булырға, жюри рәйесе вазифаһын атҡарырға тура килде. Методика һәм ме- тодтар, алымдар тураһында уйлаһаң, ысынлап та, был фән үҫә, үҙгәрә. Заман башҡа — заң башҡа. Бына шунда беҙҙең эшләп еткермәү күҙгә бәрелеп тора. Уҡытыусыларыбыҙ теге алым, бының алымы, тегенең технологияһы тип бөтәһен дә алырға тырыша. Компьютер, интерактив таҡталар менән дәрес үткәрәләр. Ҡыҫҡаһы, Сингапур технологияһына тиклем ҡулланып бөттөләр, ә үҙебеҙҙең Башҡортостан, йә булмаһа башҡорт уҡытыусыһының исеме менән йөрөгән  бер генә алым да, технология ла юҡ. Һәр бер тел, һәр бер әҙәбиәт — ул милли һыҙатлы әйбер. Сингапур технологияһын ҡулланыу яҡшы, һүҙ ҙә юҡ, ә ниңә һуң үҙебеҙҙең милли йөҙҙө асып бирерлек технология уйлап тапмайбыҙ? Кем эшләргә тейеш? Әлбиттә,мәктәптә 20—30-ар йыллап эшләгән уҡытыусы. Уҡытыусылыҡ эше ябай ғына һөнәр түгел. Ул тәбиғәттән бирелгән талант. Кемдер барып дәрес үткәреп кенә ҡайтыу өсөн йөрөй икән — булмай. Беҙ аҙ һанлы халыҡ. Һәр беребеҙ тел, милләт киләсәге өсөн янған осраҡта, һәр хәлдә янырға тырышҡан осраҡта ғына һөҙөмтәгә өлгәшеп булалыр. Милләт һаҡланып ҡалһын өсөн, исмаһам, уҡыусыларҙың 73 проценты үҙ телендә белем алырға тейеш. Беҙҙә иһә бөгөн ул — 43 процент. Уныһы ла ҡағыҙҙа ғына. Яңыраҡ Рәсәй—Башҡортостан телеканалында «Хәйерле иртә» тапшырыуын ҡарап ултырам. «Батырҙар үҙебеҙҙең арала» тигән тапшырыу. Балалар тураһында. Күгәрсен районынан алты баланы ҡотҡарған ҡыҙҙы күрһәтәләр. Тапшырыу башҡортса бара. Бер һүҙ башҡортса белһәләрсе! Был дәүләт учреждениеһындағы беҙҙең эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Ошондай миҫалдар аҙым һайын. Бөгөн мәктәптә беҙҙең балалар 100 процент рус телен, 100 процент сит телде өйрәнә, берәү ҙә һорап та тормай. 1999 йылда «Башҡортостан телдәре тураһында» закон ҡабул ителде һәм 2006 йылда «Мәғариф тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерелгәс кенә ғәмәлгә ашырыла башланы. Әйткәндәй, аҫаба халыҡтың телен дәүләт теле итеп Рәсәй төбәктәре араһында иң һуңғы булып Башҡортостан ҡабул итте. Шулай итеп, 2006 йылдан рус теле менән бер рәттән мотлаҡ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе мәктәптәргә индереп алып киттек. Комиссиялар эшләй башланы. Үҙем дә ҡатнаштым. Бөгөн шул комиссияның эшен кире аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләһен күтәрергә ине. Дәүләт эргәһендә, хөкүмәт эргәһендә. Терминология комиссияһының эшен йәнләндерергә. Алтаҡталарҙы башҡортса яҙыу онотолдо. Был йүнәлештә эш алыр барылған мәлдә яҙылғандары тора, ә яңы асылған учреждениеларҙа — юҡ. Бының өсөн һәр кемебеҙҙең үҙ фекерен еткереүе кәрәк. Нисек кенә булмаһын, үҙебеҙҙән күп нәмә тора. Ата-әсәләр тураһында. Мәктәптәргә уҡыусылар менән осрашыуҙарға йөрөйбөҙ. Беҙгә балалар менән генә түгел, ә ата-әсәләр менән дә осрашыуҙар үткәрергә кәрәк булғанлығына хәҙер ныҡ инандым. Сөнки 2006 йылда башлаған эшебеҙ 2013 йылда законға индерелгән үҙгәрештәр буйынса юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Хәҙер барыһы ла ата-әсәләр һәм мәктәп етәкселеге ҡарамағында. Мәктәп директоры бөгөн республикабыҙ парламенты ҡабул иткән закондарҙы тормошҡа ашырыуҙа үҙе хан булып ултыра ала. Сөнки телде уҡытыу-уҡытмау — уның компетенцияһында һәм ата-әсәләрҙең теләгендә. Ә дәреслектәр, федераль, региональ компоненттар тураһында һөйләй башлаһаң, уйылып китерлек әйберҙәр туп-тулы. Шуға күрә уларҙы ла зарланып ултырмай ғына, ниңә әле шул уҡ ата-әсәләр, мәктәп директорҙары һәм РОНО мөдирҙәре менән эшләмәҫкә?! Балаларыбыҙҙы әсә телендә тәрбиәләү генә етмәй, өсөнсө быуын-ейән- ейәнсәрҙәребеҙҙе лә үҙ мөхитебеҙҙә тәрбиәләү мөһим. Шул быуын һүндеме, телдең киләсәге лә юҡ, тигән һүҙ.

З.Н.Ниғмәтйәнова:

— Заман үҙгәрә һәм телде һаҡлау технологиялары ла үҙгәрә. Бөгөнгө көндә телде һаҡлауҙа интернетты файҙаланырға була. Һәм уның бер ысулы тип википедияны әйтер инем. Башҡорт Википедияһы әлеге көндә һиҙелерлек темптар менән алға бара. Ер йөҙөндә барлығы 300-гә яҡын телдә википедия бар. Иң ҙур википедия — инглиз телендә. Һәм Рәсәйҙә беренсе булып Башҡорт

Википедияһы юзер-төркөм төҙөнө һәм ул донъялағы 50 юзер-төркөм араһына ингән. Википедия — ул донъяуи энциклопедия. Ер йөҙөндә ниндәй мәғлүмәт бар, барыһы ла инглиз википедияһында теркәлеп бара, шунан рус теленә тәржемә ителә. Ә беҙ башҡорт теленә әйләндерәбеҙ. Унда ирекмәндәр эшләй. Зөфәр Сәлихов ун йыл буйы википедияны бер үҙе тиерлек алып барған кеше. Аҙаҡ Рөстәм Ғатауллин ҡушылған. Әле иһә унда әүҙем эшләгән 50-ләп кеше бар. Улар араһында Мәләүездән уҡыусы Азат Алтынсурин кеүек йәштәрҙең дә булыуы һөйөнөслө хәл. Әммә иң әүҙемдәре — викиөләсәйҙәр, йәғни хаҡлы ялдағы апайҙар. Тап шундайҙар Бөрйәндә хакимиәт менән берлектә яңыраҡ үҙҙәренең районының порталын төҙөнө. Икенсе төрлө әйткәндә, райондың электрон энциклопедияһын, сөнки википедиялағы Бөрйән районы тураһындағы бөтә материал шунда ҡуйылып бара. Википедияла мотлаҡ тәржемә ителергә тейешле мәҡәләләр бар. Ошо исемлеккә беҙ «Урал батыр» эпосы тураһындағы мәҡәләне индерергә теләйбеҙ. Исемлеккә инһә, ул бөтә телдәргә тәржемә ителәсәк. Башҡортса йәнһүрәт кәрәк, тибеҙ. Марий Элдағы бер коллегабыҙ википедияға мари телендә һигеҙ сериялы йәнһүрәтен һалған. Хәҙер бөтә донъя уны ҡарай, үҙ телдәренә тәржемә итә. Википедияла бер-ике тел генә түгел, күп телдәрҙе өйрәнергә мөмкинлек бар. Әле Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы — башҡорт-монгол һүҙлеген, Мәскәүҙәге бер егетебеҙ башҡорт-инглиз һүҙлеген төҙөй. Проекттар күп, һәр береһе менән эшләргә була. Телде һаҡлауға финанс кәрәк, закондар кәрәк, тибеҙ, телде һаҡлау өсөн иң беренсе сиратта теләк һәм үҙеңә яуаплылыҡ алыу кәрәк. Беҙҙең олатай-өләсәйҙәргә телде һаҡлауға, киләсәк быуынға өйрәтеүгә бер ниндәй министрлыҡ та, аҡса ла, методика ла кәрәкмәгән. Бөтөн методика — беҙҙең халҡыбыҙҙың менталитетында. Беҙгә шул менталитетты юғалтмаҫҡа ғына кәрәк.

Ф.Б.Санъяров:

— Бөгөн беҙ бик ҡатмарлы хәлдә ҡалдыҡ. Бер кемгә лә еңел түгел. Сөнки кәңәшләшеп эшләү тигән принципты юғалтып барабыҙ. Юғиһә шул тиклем абсурд күренештәрҙе күҙәтергә тура килмәҫ ине. Бер генә миҫал: башҡорт балаһы башҡорт телен туған тел булараҡ һәм шул уҡ ваҡытта уны дәүләт теле булараҡ өйрәнергә тейеш. Был бит бер өйгә ике ишек яһаған кеүек. Мин был аҙнала был ишектән йөрөйөм, киләһендә — икенсеһенән. Ә ниңә берәүһенән генә инеп булмаймы ни? Йәғни туған телде өйрәнеү генә етмәйме? Бына ошоноң менән һис кенә лә килешә алмайым.

Икенсенән, теге йәки был үҙгәрештәр бара икән, беҙ уға әҙер торорға тейешбеҙ. Быйылғы уҡыу йылынан башлап республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙәуҡытыу программаһына инглиз теле менән бер рәттән йәнә бер сит тел индерелде. Уға бөтә Европа телдәре инә. Мәҫәлән, немец, француз, испан теле һ.б. Башҡортлоғобоҙҙо онотмайыҡ. Икенсе тел тәҡдим итәләр икән, бер ниндәй испан теле лә, немец, француз теле лә булырға тейеш түгел. Фарсы һәм ғәрәп телен өйрәнергә кәрәк. Бына был ҡайһы бер уйланылмаған ҡарарҙарға лайыҡлы яуап булыр. Шуға күрә ошо фекерҙе ата-әсәләргә еткереү фарыз. Әгәр ҙә фарсы йәки ғәрәп телен һайлайбыҙ икән, XVIII—XIX быуаттағы рухи ҡомартҡыларыбыҙға кире ҡайтабыҙ, тигән һүҙ. Икенсенән, төрки илдәр менән бәйләнеш нығый, ислам дине көсәйә, башҡорт балаһы киләсәктә Ҡөрьән Кәрим аша донъя рухи ҡиммәттәренә күтәреләсәк. Туған телде һайлап өйрәнеү менән бөтөнләй килешмәйем. Ниңә беҙ ата-әсәне, Тыуған илде һайламайбыҙ?! Минеңсә, был хоҡуҡиәткә ҡаршы килгән күренеш. Сөнки рус, инглиз, немец телен бер кем дә һайламай, мәжбүри рәүештә өйрәнә. Ә туған тел — башҡорт, татар, сыуаш телен һайларға тейеш! Ҡайҙа бында логика? Республикабыҙҙа башҡорт йәмәғәт ойошмалары күбәйеп китте. Крыловтың мәҫәлендәге аҡҡош, ҡыҫала, суртан кеүек, төрлөһө төрлө яҡҡа тарта. Шул арҡала милләт тарҡала. Ни өсөн ошо ойошмалар барыһы ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ҡанаты аҫтында түгел?! Ул саҡта кәңәшләшеп, бер төптән эшләр инек.


Сығыштарҙа төплө фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр күп булды

Г.Р.Абдуллина:

— Башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәренең исемдәре есеменә тап килһен ине. Ысынында уларҙа үҙебеҙҙең милләт балалары нисә процент ҡына тәшкил итә һуң? Үҙҙәре ҡараған микрорайонда йәшәгән төрлө милләт бала- ларын ҡабул иткәс, милли рух һүнеп ҡала бит. Ысын башҡорт балалары ғына тәрбиәләнһен ине бындай белем һәм тәрбиә усаҡтарында.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө һанлы гимназияһында ошо көндәрҙә генә эксперименталь майҙансыҡ ойошторҙоҡ. Башҡорт телен ҡала шарттарында уҡытыу һәм һаҡлауға йүнәлтеләсәк уның эшмәкәрлеге. Алты йылға иҫәпләнгән эш планында башҡорт теле буйынса электрон әсбаптар, телде үҙ аллы өйрәнеүгә ҡоролған программалар төҙөү ҙә  күҙаллана.

Һөйләшеүҙә төплө фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр күп булды. Шулай ҙа төп һығымталар ябай һәм асыҡ:

1) Телебеҙҙе һаҡлау өсөн һәр кем үҙ урынында ҡулынан килгәнде эшләргә тейеш.

2) Милли тәрбиә мәсьәләләре буйынса ата-әсәләр менән дә эш алып барыу талап ителә.

3) Тел мәсьәләһендә йәмғиәтебеҙҙә килеп тыуған тарҡаулыҡ кисекмәҫтән бөтөрөлөп, берҙәм, эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеккә әүерелергә тейеш!

Баҫмаға Әминә Хафизова әҙерләне.

Нэла Ноцина фотолары.






0
380


0
Оставить комментарий