Ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис айлыҡ журнал
Общественно-политический, научно-популярный и художественный ежемесячный журнал
Monthly Socio-Political, Scientific and Literary Journal
12+

Мәҙәниәт һәм сәнғәт

RSS

СӘХНӘЛӘРҘӘН ОСТОҢ КҮКТӘРГӘ, ДӘРТ ҠАНАТЫ ҠУЙЫП КҮПТӘРГӘ...

17.09.2018

(Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына — 95 йыл)

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА,
Ш.Ә.Хоҙайбирҙин йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре


Башҡортостан сәнғәте күгенең йондоҙҙары араһында Тамара Хоҙайбирҙина исемлеһе лә бар. Йылдар үткән һайын был йондоҙ яҡтыраҡ яна. Ул яҡтылыҡтың асылына төшөнөргә тырышып, Тамара Шәһит ҡыҙының йәшәлгән ғүмер миҙгелдәрен, ижад баҫҡыстарын ҡабат-ҡабат байҡап алабыҙ.


Читать далее >

«Тормошта ла, сәхнәлә лә бәхетлемен!»

12.07.2018

Динара ҠӘЙҮМОВА

«Килдебай. Ауыл старостаһы булараҡ, мин башлап әйтәйем. 1968 йылда Балтирәк ауылы клубында «Гөрләүек» фольклор йыр ансамблен төҙөнөм. Ансамблдә егерме кеше ине, дүрт тауышҡа йырланыҡ. Өс айға бер тапҡыр үҙебеҙҙең клубта, күрше ауылдарҙа концерт ҡуйҙыҡ. 1995 йылда Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығы уңайынан район үҙәгендә ойошторолған концерт-конкурста ҡатнашырға номер әҙерләнек.
Эльвира. Килдебай ағай, һин бөгөн Әмиров тураһында әйт…
Килдебай. Ә, шулай бит әле… Ғәфү… 1968 йылда Учалы районының Ахун ауылында тыуған Алмас Әмиров үҙенең гражданлыҡ бурыстарын үтәне һәм партия тарафынан билдәләнгән этаптарҙы лайыҡлы үтте: башланғыс синыфтарҙа — октябрят, унан һуң пионер һәм дә, Маркс менән Энгельстың 499 томлыҡ хеҙмәт емештәрен яттан һөйләп, комсомол булып китте. Эйе, партия ҡуйған бурыстарҙы үтәне! Тимәк, СССР-ҙа тыуған һәр кеше һымаҡ, ул үҙ иленең патриоты, алдынғы эшсеһе һәм юғары идеялы гражданины булып танылды. Әммә тормош ҡуйған һынауҙар партия һынауҙарынан ҡатмарлыраҡ. Йүргәктән һикереп төшөп, тал сыбығын ат итеп атланып киткән малай үҫмер йылдарын елдәй етеҙ үткәрҙе. Әмировтың тормошондағы иң ҙур һынау — ул, әлбиттә, ир-егеттәр сафында Ватаныңа, һөйгән йәреңә, туған театрыңа хеҙмәт итеү. Был бурыстарын да лайыҡлы атҡарып сыҡты.
Ҡарт.... Тағы оҙаҡмы? Хәҙер йығылам бит.
Килдебай. Ҡарт, ҡатыныңды тот… Ҡәҙерле дуҫтар, шулай итеп, беҙ бөгөн уның тормошондағы иң мөһим ваҡиға — ир ҡорона ингән мәленең шаһиты. Күрәһегеҙ, бөгөн ул ҡап уртала. Уң яғында, бер аҙым ғына арауыҡта — ҡатыны Гөлнара Әмирова, ә һулда — иллене үткән башҡа артистар…»

Читать далее >

Заманса китапхана ниндәй булырға тейеш?

21.06.2018

Заманса технологиялар тормошобоҙҙоң һәр тармағына көндән-көн нығыраҡ үтеп инә. Ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та компьютер менән интернет ярҙамға килә, уларҙы үҙ файҙабыҙға егергә өйрәнеп алдыҡ . Китапханалаҙың эшмәкәрлегендә ниндәй инновацион технологиялар ҡулланыла? Китап уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, китапханала рҙыңэшен йәнләндереү өсөн ниндәй заманса алымдар бар? Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Динислам ҡыҙы МОРАТОВА менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Читать далее >

Йырҙар менән үрҙәргә

23.02.2018

Гөлфиә ЮНЫСОВА


Йыр-моң яратмаған кеше юҡтыр ул. Һәр кемдең күңел торошона, зауығына ҡарап — үҙ йыры, үҙ моңо. Ниндәй йыр яратыуына ҡарап, кешенең рухи кимәлен, фәлсәфәүи фекерләү юғарылығын, донъяға ҡарашын белеп була, тип уйлайым. Сөнки ижад емештәрен тулы килеш ҡабул итер өсөн зиһен һәм хис-тойғолар үҫешенең ҡайһы юғарылыҡта булыуы ла, тыңлаусының ниндәй мөхиттә йәшәүе лә мөһим.

Читать далее >

“Һинең һүҙҙә — сәнғәт балҡышы!..”

20.02.2018

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының матурлығына һоҡланырға теләһәң — Сараға күҙ һал! Уның саялығын белгең килһә — Әбйәлил ҡыҙына ҡара! Гүзәл заттың зауығына, нурлы булмышына төшөнөргә теләһәң — актрисаға ҡарашыңды йүнәлт, үҙеңә рухташ, күңел тыныслығы эҙләһәң, уның менән бер-ике кәлимә һүҙ бүлеш…
Һылыу, нәзәкәтле, уңған ҡатын һәм тетрәндерерлек көскә, тәрән хискә эйә актриса, тиҙәр уның хаҡында.

Читать далее >
Акция "Я горжусь тобой, Башкортостан!"