Ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис айлыҡ журнал
Общественно-политический, научно-популярный и художественный ежемесячный журнал
Monthly Socio-Political, Scientific and Literary Journal
12+

“Илһам беҙгә йөрәк аша килә”

Илһамлы яҙмыштар

20.06.2017 10:34:0010:06

Гөлфиә ЮНЫСОВА

Был һанда талантлы шағирә, әлеге ваҡытта Өфө мэрияһында яуаплы вазифа башҡарыусы Зөлфиә Ханнанова менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


Шиғри булмышлы Зөлфиә тормошта ла үҙенең ихласлығы, һөйкөмлөлөгө, изгелеклеге, кешеләрҙе аңлауға ҡоролған фәлсәфәүи мөнәсәбәте, уйсан фекерләү даирәһе менән үҙенә ылыҡтыра. Бөгөнгө һөйләшеү уның күңел донъяһын уҡыусыларға тағы ла нығыраҡ асырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.



— Зөлфиә һеңлем, тәүге шәлкемдәреңдең береһе “Башҡортостан ҡыҙы” битендә донъя күрҙе. Һин уҡыусы ғына инең әле. Шиғриәткә ғүмерлеккә килгәнеңде тойҙоңмо шул мәлдә?

— Эйе, 1-се һанлы гимназия-интернатында уҡып йөрөгән 16 йәшлек кенә үҫмергә шул тиклем ҙур ышаныс күрһәтеп, бер бит итеп ижад емештәремде (шиғыр тип әйтергә баҙнат итә алмайым!) баҫтырып сығарғайнылар журналда. Ҡыҙ баланың күңеленә ниндәй ҙур ҡанат ҡуйғанһығыҙ шул ваҡытта, Гөлфиә апай!
Шиғыр сығарырға ынтылыу бәләкәйҙән көслө булды, әммә гәзит-журналдарға ебәргән әйберҙәрем баҫылмай ҙа ҡуя ине. Шунан, был минең һөнәр түгел, ахырыһы, тип, күңелем ҡайтты ла, мәҡәлә яҙып ҡарарға булдым. Беренсе мәҡәләм шунда уҡ баҫылып сыҡты. Ул ваҡытта мин етенсе класта уҡый инем. Күңелем үҫте, артабан да яҙыштым, киләсәктә мотлаҡ журналист булырмын тип хыял ҡорҙом.
Шиғриәткә Өфөгә гимназия-интернатҡа уҡырға килгәс әйләнеп ҡайттым, тыуған яҡты, ата-әсәйҙе, дуҫтарымды һағыныу үҙенекен иткәндер, күрәһең. Унан һуң тәжрибәле уҡытыусы Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова алып барған “Шишмә тауышы” исемле әҙәбиәт түңәрәгендә шөғөлләнеү ҙә бушҡа китмәгәндер. “Беҙҙең белем усағын Рәми Ғарипов, Мирас Иҙелбаев, Йомабикә Ильясова, Рәмил Йәнбәк кеүек шағирҙар тамамланы”, — тип оло ғорурлыҡ менән телгә алыр ине уҡытыусыбыҙ. Шағирә булам тигән юғары маҡсаттар ҡуймаһаҡ та, уларға оҡшарға ынтылыуыбыҙ ҙур булғандыр.
— Һинең өсөн нимә ул шиғриәт? Шиғыр яҙғың килеп тә, бушай алмай күңел бүлгеләнеүен кисергән мәлдәрең йыш буламы? Тыумай ҡалған илһам емештәреңде нимә эшләтәһең? Улар яңынан шиғырға әйләнә аламы?
— Шиғриәт ғүмеремдең төрлө осоронда төрлө ҡеүәгә эйә булды: тойғолар осошо, күңел баҫыу формаһы, халыҡҡа үҙ фекереңде еткереү ысулы һәм башҡалар.
Шиғыр яҙғым килеп тә яҙа алмаған мәлдәрем бихисап инде минең. Һуңғы арала шулай ҙа ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәндем. Автобуста эшкә китеп барышлай йәки ҡайтышлай, ултырыр урын тапһам, күңелгә килгән фекерҙәрҙе шиғыр кимәленә еткереп ҡуйған мәлдәр була. Алай ҙа ярайһы уҡ оҙон юл үтелә. Ә эштә һәм бигерәк тә өйҙә: “Һин шағирә бит әле, ултырып ижад ит!” — тип торған кеше юҡ инде ул.
Тыумай ҡалған ижад емештәре тураһында... Иҫләйһегеҙме икән, Гөлфиә апай, 2002 йылдар тирәһендә Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан әҙәбиәте көндәрендә ҡатнашҡайныҡ? Урындарыбыҙ йәнәшә тура килеп, Чебоксарға барып еткәнсе юл буйына рәхәтләнеп һөйләшкәйнек. Шунда Һеҙ — күренекле дәүләт эшмәкәре, гел юғары вазифалар биләгән танылған шағирә — миңә шундай кәңәш бирҙегеҙ: “Туғаным, яҙышырға бер ҙә ваҡыт тапмаһаң, күңелеңә килгән әйберҙе теркәп ҡуйырға булһа ла өйрән! Һуңынан ваҡыт, илһам килгәндә матур фекерҙе шиғырға әйләндереү бер ни тормай!” Ул ваҡытта мин “Шоңҡар” журналында эшләп йөрөй инем, яҙышыр өсөн шундай уңайлы урын! Ҡасан да булһа был кәңәшегеҙ кәрәк булыр, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Әлдә шул һүҙҙәрегеҙ тейешле урында, тейешле ваҡытта әйтелгән. Ана нисек үҙгәрҙе лә китте яҙмыштар. Ваҡытында теркәлмәгән күпме юлдар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күккә осто, ә теркәлгәндәре шиғыр рәүешенә ҡайтарылды.

— Һинең шиғырҙарың — тәрән кисерештәр донъяһы. Уларҙың биографияң менән уртаҡлығы бармы?
— Төрлөсә булып китә. Күп шиғырҙарҙың нигеҙендә, ысынлап та, шәхси кисерештәр ята, ләкин ритм һәм рифма тигән төшөнсә лә бар бит шиғриәттә, улар ҡайһы бер осраҡта драматизмды көсәйтеп ебәреүе, ә ҡайһы берҙә бөтөнләй икенсе мәғәнәгә алып барып тоташтырып ҡуйыуы ла мөмкин. ҡыҙыҡ өсөн ике генә строфалы бер шиғырҙы миҫал итеп килтерәм: 

 — Өзләдем! Өзләдем! Өзләдем!
 Мин килдем яныңа — түҙмәнем!
 Мин һине күктәрҙән күҙләнем,
 Мин һине ни ғүмер эҙләнем!
 Өзләдем… Өзләдем… Өзләдем…

 — Һағындым! Һағындым! Һағындым!
Мин көттөм, гел көттөм — табылдың!
Һин күктән нур булып яғылдың,
Йәнемә йыр булып һарылдың!
Һағындым… Һағындым… Һағындым…
                                                                       (“Ике һағыныу”)



Уҡып сығыу менән был мөхәббәт шиғыры тип уйланығыҙ, шулай бит?! Һәм хаталанманығыҙ. Ә яҙылыу тарихы бөтөнләй икенсе. Яңыраҡ бер төрөк ҡатынының телефондан ейәне менән һөйләшкәнен ишетергә тура килде. “Бөйөк әннә, өзләдем, өзләдем, өзләдем!” — ти бала. Ул был һүҙҙәрҙе шул тиклем өҙөлөп, шул тиклем яҡын күреп әйтте! “Өзләдем” һүҙе башҡортса “һағындым” тигәнде аңлатҡанын белә инем. Был һүҙҙе бер туҡтауһыҙ башымда өйөрөлтөп, һүҙ уйнатып йөрөй торғас, ошо шиғыр тыуҙы һәм яңыраҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылып та сыҡты! Шиғыр уҡыусыларҙың: “Уй аллаҡайым, Зөлфиә төрөккә ғашиҡ булған икән!” — тип һөйләнгәндәрен ишеткәс, ни көлөргә, ни иларға белмәнем! Бына шулай, ижад хаҡына хағын да, нахағын да күтәрергә тура килгән саҡтар бар инде ул...

— Университет тамамлағас, тормошҡа сығып, иреңдең тыуған ере — Белорет яҡтарында оҙаҡ ҡына йылдар уҡытыусы булып эшләнең. Был һинең һайлап алған хеҙмәт юлың ине, әлбиттә. Ул шиғриәтеңә ыңғай тәьҫир иттеме, әллә ижадҡа тигән ваҡытыңды, рухи көсөңдө лә һурҙымы? Ошо осорҙағы тормошоң хәтереңдә нисек һаҡлана?

— БДУ-ның 4-се, 5-се курстарында мәктәптә практика үткәнгә ҡәҙәре уҡытыусы һөнәрен үҙ итермен тип башыма ла килтермәгәйнем. Бәләкәйҙән ижадҡа тартылғас, дәрес пландарын яҙыу минең өсөн шул тиклем мауыҡтырғыс бер процесс ине. Юҡ, мин дәрес планын яҙмай инем, мин уны ижад итә инем. Атайым Миндебай Мәүлитбай улы менән әсәйем Нәфисә Ғәлим ҡыҙының да (урындары ожмахта булһын!) уҡытыусы булыуҙары тәьҫирһеҙ үтмәгәндер.
Зөйәк, Инйәр мәктәптәрендә уҡытҡанда биш баланан бер үҙем генә ата-әсәйемдең юлын дауам итеүем менән эстән генә ғорурланып та йөрөнөм. Ул йылдар өсөн Хоҙай Тәғәләгә бик рәхмәтлемен. Ҡәйнә мәктәбен үтеү, ике балаға әсә булыу, бер-бер артлы ике китап баҫтырып сығарып, 25 йәшемдә генә Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителеү, Учалы ҡала һәм районы хакимиәтенең Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияһына лайыҡ булыу — былар барыһы ла уҡытыусы булып эшләгән осорға тура килә. 30 йәшем тулыу айҡанлы Инйәр ҡасабаһында ҙур ижад кисәһе үткәрергә лә йөрьәт иткәнмен хатта. Ул кисәлә Өфөнән күренекле шағирҙар Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Әхмәр Үтәбайҙың, Учалы Яҙыусылар ойошмаһынан Мәүлит Ямалетдинов менән Фәрит Хәсәновтың, Белорет районынан сыҡҡан шәхестәр Гүзәл Ситдиҡова, Дамир Шәрәфетдиновтарҙың ҡатнашыуы кисәгә ниндәй ҙур мәртәбә өҫтәгән! Алыҫ араны яҡын итеп, бүләктәр тотоп килеп еткән, иң мөһиме — был сараға Дыуандан әсәйемде ултыртып алып килгән яҡташтарыма ла әле булһа рәхмәтлемен.
Бер нисә район ижадсыларын бергә туплаған Учалы Яҙыусылар ойошмаһын ул йылдарҙа танылған шағир Мәүлит Ямалетдинов етәкләй ине. Бик егәрле, тынғыһыҙ, алдынғы ҡарашлы шәхес ул! Ниндәй генә алымдар ҡулланманы беҙҙе әүҙемләштереү өсөн! Башлап яҙыусылар өсөн әҙәби семинарҙар, ижад кисәләре, беҙҙең әҫәрҙәрҙе туплаған йыйынтыҡтар — былар барыһы ла уның фиҙакәр хеҙмәт емеше. Улай ғына ла түгел, һәр беребеҙ менән шәхсән хат алышып (ул осорҙа кеҫә телефондары юҡ ине бит), алдыбыҙға юғары маҡсаттар ҡуйып, оло әҙәбиәт юлына аяҡ баҫтырҙы.
2004 йылда Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына лайыҡ булыусы “Килен тәңкәһе” китабы өсөн дә рәхмәтлемен белореттарға, сөнки ул китапҡа ингән шиғырҙар, бер ни тиклем һағышлы булыуына ҡарамаҫтан, тап ошо Белорет тарафтарында йәшәгән осорҙа ижад ителгән.
Белорет районында сыҡҡан “Урал” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән осоронда күңелемде үҫтереп, район гәзитендә матур итеп шиғырҙарымды, мәҡәләләремде баҫтырып торған Гүзәл апай Ситдиҡованың изгелектәрен нисек онотаһың?! Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгәнде ишеткәс, ҡотлар өсөн Инйәрҙәге мин эшләгән мәктәпкә Өфөнән оло балаҫ йөкмәп килеп еткән Хәмзә хажи Ғәлләмовтың (урыны Ожмахта булһын!) изгелеген нисек баһалап бөтөрәһең?! Ә бит хәҙрәттең мине бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ ине, зат-ырыуыбыҙ ҙа түгел!

— Өфөгә күсеп килгәс, журналда ла эшләп алдың. Тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, баш ҡала мәктәптәрендә эш табыр инең. Журналистика юлына нимә этәрҙе? Был хеҙмәттең әҙибә Зөлфиәгә файҙаһы булдымы? Унда бит һин дәртләнеп, йөҙөп эшләнең. Ҡала хакимиәтендәге хеҙмәт нескә күңелле шағирәне ижади илһамдарҙан айырмаймы ул? Матур-матур шиғри шәлкемдәрең, йыйынтыҡтарың донъя күреп тора, әлбиттә. Үҙең теләгәнсә, ҡулыңдан килгәнсә яҙыша алаһыңмы икән, тип кенә әйтеүем.

— Ысынлап та, бик яратып эшләнем мин “Шоңҡар” журналында. Ниһайәт, журналист булам тигән хыялым тормошҡа ашты бит! Төрлө райондарға командировкаларға сығыу, һоҡланғыс яҙмышлы кешеләр менән осрашыу эҙһеҙ үтмәне, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта “Шоңҡар” — бына тигән ижад лабораторияһы ла ине. Әмир Әминев, Иршат Теләүембәтов, Ғилман Ишкинин, Салауат Әбүзәрҙәр менән бер ҡаҙанда ҡайнап эшләнек бит. Баш мөхәррир урынбаҫары Закир ағай Зиннәтуллиндың аналитик мәҡәләләр яҙырға өйрәткәне бөгөнгөләй хәтеремдә. Ул теләгән кимәлдә яҙырға өйрәнә алманым барыбер, ә шулай ҙа уның ҡиммәтле кәңәштәре артабанғы хеҙмәтемдә бик тә ярап ҡалды. Райондарға сығып, журналға яҙылыу эштәрен юғары кимәлдә ойоштора белгән Нилә Азат ҡыҙы Камалованың эшлекле сифаттарын да күңелемә һеңдерҙем. Уның төрлө даирәләрҙәге етәкселәр менән аралашыу манераһы, улар менән дәрәжәле, бәҫле әңгәмә ҡора белеүе — үҙе бер мәктәп.
Дәүләт хеҙмәтенә чиновник булыу маҡсаты менән барманым. Тәүҙә ҡайҙа саҡырһалар ҙа, үҙһенмәй, баш тарта килдем. Берҙән-бер көндө коллегаларым: “Кеше унда эләгә алмай, ә һин баш тартаһың! Унда бит фатир мәсьәләһе лә еңелерәк хәл ителә. Ғүмер буйы ятаҡта йәшәргә уйлайһыңмы ни?!” — тип шелтәләгәс, сираттағы саҡырыуҙы ҡабул итергә булдым. Ул саҡта дөйөм ятаҡтағы беҙ йәшәгән 12 квадрат метрлыҡ бүлмәгә, өҫтәл менән һыуытҡыстан тыш, бер карауат ҡына һыя ине. Ике балабыҙҙы шунда һалып, үҙебеҙ иҙәндә йоҡлап йөрөй инек.
Дәүләт хеҙмәте, әлбиттә, илһамға урын ҡалдырманы. Әҙәби мөхиттә йәшәйем, ижад итәм тип Өфөгә күсеп килдем һәм бөтөнләй икенсе даирәгә барып эләктем. Фатирлы булдым, әммә ижад шишмәләрем һайыҡты.
Дәүләт хеҙмәтендә һин һалдат һымаҡһың, командирыңдың мөнәсәбәтенән күп нәмә тора. Етәкселәрем араһында ижадыма битарафтары ла, уны шәхсән үҙ мәнфәғәтендә генә файҙаланырға тырышҡандары ла, яңы шиғыр яҙмаһаң, кабинетыма инеп тә йөрөмә, тип юғары маҡсаттар ҡуйғандары ла осраны.
Ижад кешеһе өсөн уҡыусылары менән бәйләнеш өҙөлөүе, халыҡ араһына сыға алмауы бик ауыр күренеш ул! Аллаға шөкөр, 15 йыл егелеп эшләнем дәүләт хеҙмәтендә, инде ижад офоҡтарын киңәйтеү мөмкинлеген биргән икенсе эшкә күсһәм дә ризамын.


— Ғөмүмән, Өфө һине нисек ҡаршыланы?
“Эй, шыҡһыҙ көҙ көнө
Ҡалала өй эсе,
Йылынып алырға
Юҡ ауыл мейесе.
Өшөтә ҡалала
Тышта ла, эстә лә,
Етмәһә, боҙҙай туң
Ҡараштар өҫтәлә”... тигән юлдар тиккә генә яҙылмағандыр бит “Көҙгө ҡала” тигән шиғырыңда. Дуҫлаштыңмы инде хәҙер Өфө менән? Әллә һаман ауыл һағындырамы?

— Өфөгә күсеп кенә килгән йылдарҙа яҙылғайны был шиғыр. “Өфө миңә еңел бирелмәне, Ул торманы мине “өф” итеп...”— тигәнерәк юлдар ҙа яҙғанмын бер шиғырымда, уныһы былай тамамлана:

“Гел ҡағып тормаҫ мине Өфө,
Ихласлығым өсөн үҙ итер!”


Өфөгә күсеп килгәнебеҙгә инде 17 йыл үтте. Әлбиттә, өйрәндем дә, яраттым да, әммә ғүмер буйы ауылымды юҡһынып йәшәйем. Тыуған йортом һатылды, үҙем һатып ала алмағанға бик өҙгөләндем. Ағайым баҡыйлыҡҡа күскәс, еңгәмдең тыуған нигеҙебеҙҙе ташлап китмәҫенә һуңғы сиккә тиклем өмөтөмдө өҙмәгәйнем шул. Ни хәл итәһең...

— “Бәхет өсөн миңә, ай, күп кәрәк,

Риза түгел йәнем барына,

Зәңгәр күктә, минең хыял булып, 

Инә бөркөт ҡанат ҡағына...” тигән юлдарҙы уҡығас, бәхет хаҡында ла һорағы килә. Был мәсьәләлә һәр кемдең үҙ ҡарашы, ә һинеңсә бәхет нимәлә?

— Ни тиклем пафослы яңғыраһа ла, был шиғырҙы ижад иткән мәлдә минең өсөн бәхет — ил өсөн файҙалы эштәр эшләү, үҙеңдә халҡыңды әйҙәй алырлыҡ сифаттар тәрбиәләй алыу ине. Шуғалыр ҙа ул осорҙағы ижадымда лирик геройымды берсә инә бөркөт, берсә инә бүре образы аша күҙалларға тырышҡанмын:

“Бүре булам, ырыуымды

Йотмаҫ борон ҙур йыһан,

Һеҙ бит мине танырһығыҙ,

Айға ҡарап олоһам?!”



Бөгөн дә мин халҡым яҙмышына битараф түгелмен, ул бәхетһеҙлек кисергәндә, күңелем бөтөн була алмай, әммә шул уҡ ваҡытта бәләкәй генә әйберҙән дә бәхет сатҡылары табып ҡыуанырға өйрәндем, сөнки мин — ҡатын-ҡыҙ, үҙем — бәхет сығанағы. Ил ҡайғыһын иңемә һалып, гелән бойоҡ сырай менән йөрөһәм, балаларым ниндәй фиғелдә булырға тейеш?! Яҡындарыма ҡарап ихлас күңелдән йылмайырға сәбәп табам икән, тимәк, мин — бәхетле!

— Донъя, Рәсәй, Башҡортостан яҙыусыларынан ижадыңа кемдәрҙең тәьҫире ҙур булды? Рәсәй һәм төрки халыҡтары әҙәбиәте менән сағыштырғанда, башҡорт яҙыусылары ижады ниндәй кимәлдә?

— Һанай китһәң, бик күп булыр улар, ә кемдәрҙелер айырып атаһаң, иҫкә төшмәй ҡалғандарын рәнйетермен кеүек. Әйҙәгеҙ, булмаһа, тормош юлымда осраған, аралашып торған шиғриәт әһелдәре тураһында әйтеп китәйем. 2012 йылда Төркиәлә уҙғарылған Халыҡ-ара шиғриәт фестивалендә танышҡан төрөк шағирҙары Мостафа Айвалы, Бәҙретдин ижадтары минең өсөн ҡыҙыҡлы. Заманында Имдат Афшар дини темаға “Эй, башҡортом!” шиғырын төрөксәгә ауҙарып, бар интернет селтәрҙәрен геүләткәйне. Әзербайжан шағиры Рәсим Ҡараджаның шиғриәте бик үҙенсәлекле. Азамат Юлдашбаевтың ижады менән ауаздаш. Әле яңыраҡ Сыуашстандың халыҡ шағиры Валерий Турғайҙан бандероль алып ҡыуандым. Татар телендә сыҡҡан “Шулай яшим!” исемле йыйынтығын һалып ебәргән. Уны сыуашсанан Татарстандың халыҡ шағиры Ринат Харис тәржемә иткән. Бик шәп килеп сыҡҡан! Сатира һәм юмор яратҡас, татар шағиры Ләбиб Лерон ижадына ла битараф түгелмен. Үҙебеҙҙең яҡташтар Роберт Миңнуллин менән Рәдиф Ғаташ ижадын да күҙәтеп барам, аралашып торам.

Башҡорт шиғриәтендә барыһының да ижадынан аҫыл өлгөләр табып, күңелем хушланғаны бар. Шул тиклем яратам үҙебеҙҙең шиғриәтте! Шағирәләргә һоҡланыуым ҙур. Һәр береһе изгелекле, иғтибарлы булды. Мәрхүмә Зарема апай Әхмәтйәнова, Динә Талхиналарҙы һағынам. Тәрән фекерле, оло талант эйәһе Тамара Ғәниеваның тормош юлымда осрауы ижадыма яуаплы ҡарарға өйрәтте. Гөлфиә апай, һеҙҙең балалар өсөн яҙылған шиғырҙарығыҙға бәләкәйҙән ғашиҡмын. Һәр ваҡыт һеңлегеҙ кеүек яҡын күрҙегеҙ мине. Гүзәл Ситдиҡова һәм Зөһрә Ҡотлогилдина апайҙарҙың ижад емештәренән генә түгел, баҡса емештәренән дә ауыҙ иткәнем бар. Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева, киң билдәле Гөлнур Яҡупова, Йомабикә Ильясоваларҙың иғтибарына рәхмәтлемен.
Тамара Юлдашева, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Лилиә Сәғиҙуллина, Гөлназ Ҡотоева, Айһылыу Ғарифуллина, Лариса Абдуллина, Светлана Чураева, Гөлнара Хәлфетдиновалар менән бер осорҙа ижад итеүемә ҡыуанам.
Үткән йыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар күп булды. Ҡәҙерле яҡташым, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Тимер Йосопов менән Ирек Кинйәбулатов, академик Әхмәт Сөләймәновтарҙы юғалтыу бик ауыр булды. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, Хәсән Назаровтың, әле әүҙем ижад иткән егеттәр Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәр, Азамат Юлдашбаев, Дамир Шәрәфетдинов, Мөнир Ҡунафин, Марат Кәбиров, Илдус Фазлетдинов, Мөнир Вафиндарға терәк-таяныс булып, тағы оҙаҡ йылдар илһамлы ижадтары менән ҡыуандырыуҙарын ысын күңелдән теләйем.

— Зөлфиә, һин ислам динен дә үҙ итеп, уның ҡанундарын өйрәнәһең, афарин! Ихлас, итәғәтле, матурлыҡҡа, изгелеккә ҡоролған булмышың, тормошоңдан һине иманлы кеше итеп ҡабул итәм. Иман тигән төшөнсәне һин нисек аңлатаһың?

— Имандың алты шарты бар: Аллаһу Тәғәләгә, уның фәрештәләренә, китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, әхирәт көнөнә, тәҡдиргә, йәғни яҡшылыҡтың да, яманлыҡтың да Аллаһу Тәғәләнән булыуына, үлгәндән һуң терелеү ҙә хаҡ икәнлегенә инаныу. Шулай уҡ оялсанлыҡ, ихласлыҡ, күркәм холоҡ, уңғанлыҡ, ғәфү итә белеү кеүек сифаттар ҙа иманлылыҡ билдәһе. Ни тиклем йәнең көйгәндә лә, асыуыңды ауыҙлыҡлап, кешенең йөҙөн йыртыуҙан, ауыр һүҙ әйтеүҙән тыйылып ҡала алаһың икән — был да имандың бер төрө. Тәриҡәт юлында булған беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың иманы ниндәйен күркәм булған! Шундай әҙәпле, ихлас халыҡ вәкиле булыу — үҙе бер бәхет. Хәҙистәрҙә лә: “Аллаһу Тәғәләгә инаныуҙан һуң иң беренсе ғәмәл — халыҡҡа ҡарата мөхәббәт күрһәтеү”, — тип әйтелә. Халҡыңды яратыу, тыуған ереңде ҡурсалау, туған телеңде һаҡлап ҡалыу ҙа — иң изге бурыстарыбыҙҙың береһе, тимәк. Һәм был да иманлылыҡ билдәһе.

— Шиғриәтте хатта Ҡөрьән менән сағыштырып, кеше күңелен нурландырыуҙа, тән һәм йәндәрен яҡтыртыуҙағы ролдәрен юғары баһалаусылар аҙ түгел. Был хаҡта һинең фекерең нисек?

— Ҡөрьәнде бер ни менән дә сағыштырырға ярамайҙыр. Ул изге китап. Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр Аллаһтың яҡлауы аҫтында буласаҡ. Шиғриәттең дә төрлөһө бар. Һәр яҙылған әйбер хәҡиҡәт түгел. Илһам килгән мәлдә мин үҙем дә нимә тоям, шуны яҙам. Һуңынан, мәҫәлән, дини күҙлектән дөрөҫ яҙылдымы икән был юлдар, тип хафалана башлайым һәм яҙған һүҙҙәремә Ҡөрьәндә йәки хәҙистәрҙә дәлил тапһам, ҡыуанып китәм. “Их, яулыҡһыҙ йөрөйбөҙ шул, ҡыҙҙар!” шиғыры менән дә шулай булды. “Уның көсө, уның хәсиәте — Йәһәннәмдән ҡалҡан булырлыҡ!” — тигән юлдар бар унда. Әле яңыраҡ дини китаптарҙы аҡтарғанда: “яулыҡ — тамуҡ утынан пәрҙә” тигән һүҙҙәргә тап булғас, тағы бер тапҡыр сикһеҙ ғәжәпләндем. Яулыҡ тураһында һүҙ башлағас, тағы шуны әйтеп китер инем. Хеҙмәт юлымда күп вазифаларға юлымды япҡан, әммә күп ғилемгә күҙемде асҡан ғәләмәт серле әйбер ул яулыҡ. Яулыҡ ябынған ханымдарға ҡарағанда, асыҡ иҙеүенән ярты күкрәге күренеп торған ҡатын-ҡыҙға эш табыуы күпкә еңелерәк бөгөн.
Ә шиғриәткә килгәндә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) шағирҙар менән аралашырға, уларҙы тыңларға яратҡан. Бында ҙур хикмәт бар! Шиғырҙы бит беҙ йөрәк аша үткәреп яҙабыҙ. Ә йөрәк аша сыҡҡан һүҙ, ысынлап та, йөрәккә барып етә: һыҙландыра, уйландыра, фәһем бирә, һеҙ әйтмешләй, күңелде яҡтырта.

— Ижад әҙиптең биографияһы менән тығыҙ бәйле. Һинең әҙәбиәткә ынтылышыңда ата-әсәйеңдең, туғандарыңдың роле ҙурҙыр. Ҡан хәтере, генетика тигән төшөнсәгә ҡарашың нисек? Бала сағың ниндәй картиналарҙа күҙ алдыңа килә? Тыуған ер тәбиғәте кешенең булмышына тәьҫир итә аламы?

— Атайым яҡлап та, әсәйем яҡлап та әҙәбиәтте бик яратҡан, шиғриәтте тәрән аңлаған туғандарым бихисап. Улар араһында юғары белемле телсе-әҙәбиәтселәр ҙә етерлек. Билдәле ғалим Таһир Байышев менән бер нәҫелдәнмен. Танылған прозаик Ринат Камал менән дүрт туғанбыҙ. Ә тыуған ер тәбиғәте тураһында уйланғанда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҙыусы, ауылдашым Низам Ҡәриптең (уның менән дә шәжәрәбеҙ уртаҡ!) “Күгәрсендәр” хикәйәһендәге түбәндәге юлдар иҫкә төшә: “Беҙҙең ауыл йәй көнө бигерәк матур була. Хәйер, һеҙҙең ауыл да шулай булалыр инде. Әллә ҙур һыу буйында ултырғанға, әллә урмандар, талдар күп булғанға, йәй булдымы — тирә-яҡты хуш еҫ ҡаплап ала…” Эйе, ысынлап та, Олотау, Ҡарағайтау, Маҙартау, Әхмәр түбәһе, Ҡоштотҡан, Тирмәнтау, Аҡымбәт түбәләренә һыйынып ҡына ултырған ауылым тәбиғәте күңелемдә тәрән эҙ ҡалдырған. Ауылыбыҙ халҡы бер түгел, дүрт йылға һыуын һыулай: Әй, Ыйыҡ, Тәндәк, Шиҙәле. Заманында архив материалдарын ҡулланып, оло йәштәге кешеләр менән аралашып, ауылыбыҙҙың тарихын яҙып ҡалдырған әсәйемә ауылдаштарым мең рәхмәтле. Һәр тау, йылға-күл атамаларына ла аңлатма бирелә был хеҙмәттә.

Бер туған Мәҙинә апайым да шиғыр яҙырға әүәҫ булды. “Юлдаш” радиоһында диктор булып эшләгән туғаным Ленария Ямалетдинованы иһә бөтә Башҡортостан тыңлап кинәнә.

Бала сағым бик сағыу картиналарҙа күҙ алдыма килеп баҫа. Биш бала үҫтек. Дөрөҫөрәге, мин яңғыҙ үҫтем, сөнки ағай-апайҙарым менән йәш айырмаһы оло булғас, улар үҫеп, таралышып бөткәйне инде. Шуға ла йәйҙе шул тиклем һағынып көтөп ала инем. Йәй етһә, Мәскәүҙән Рәфисә апайымдың улдары Марат менән Руслан, Учалынан Мәҙинә апайымдың балалары Дилара менән Динар, Салауат ҡалаһынан Зөфәр ағайымдың бәләкәстәре Альберт менән Альбина, Златоустан Илдар ағайымдың ғәзизе Тимур эркелешеп ҡунаҡҡа ҡайтырҙар ине. Өйөбөҙ тулып китә, ә мин шунсама балаға — командир! Өлкәндәр бесән эшләргә китһә, өйҙәгеләрҙең тамаҡтарына әҙерләү, өҫ-баштарын йыуыу, һыу инергә алып барыу — минең өҫтә. Ә ҡышҡы һәм яҙғы каникулда йә атайым, йә әсәйем менән апай-ағайҙарым йәшәгән ҡалаларға сәйәхәт ҡылам. Үҙҙәре оло йәштә булғас, юлда бер-бер хәл булһа, иптәш булыр тип, мине гел генә үҙҙәре менән алыр инеләр. Әлдә гел уң булды сәфәрҙәребеҙ, бер-бер хәл булһа, мин, бәләкәй генә ҡыҙ бала, ни ҡыла белер инем икән?! Биш баланан икәү генә ҡалдыҡ бөгөн. Иң оло апайым Рәфисә һәм иң кесеһе — мин. Апайым ике улын да юғалтҡас, мине үҙ ҡыҙылай яҡын күрә, балаларымды ейәндәре һымаҡ ҡабул итә. Атай-әсәйһеҙ ҡалғас, Рәфисә апайым да миңә әсәйемдәй ҡәҙерле. Мәскәүҙә юғары белем алған, бик уҡымышлы, уңған, ыҫпай, ярҙамсыл кеше ул минең апайым. Уның иман юлында булыуына ҡыуанам.

— Педагог һәм әсә булараҡ фекерең нисек — бала тәрбиәләү ҡайҙа, ҡасан башлана? Үҙегеҙҙең балаларығыҙға тейешле кимәлдә тәрбиә бирә алдыҡ, тип уйлайһыңмы? Әллә ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләгәндә икенсерәк саралар ҙа ҡулланырға кәрәк, тигән уйҙар ҙа киләме күңелеңә?

— Балаға уҙғаныңды белеү менән тәрбиәләй башларға кәрәклеген алданыраҡ белмәнем шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башкөллө балалар тәрбиәләү менән генә булышып булманы. Бөгөнгө көндә ундай бәхет бик һирәктәргә генә тәтей. Тирә-яҡ мөхит, башҡа ғаилә ағзаларының йоғонтоһо ла үҙ емешен бирмәй ҡалмай, ә шулай ҙа балаларымдың хаталы аҙымын күрһәм, һәр саҡ үҙемде ғәйепләйем. Ниндәй генә эшлекле ханым йәки шағирә итеп күрергә тырышмаһындар, иң тәүҙә мин — әсә кеше. Иртәнән кискә тиклем, хатта ял көндәрендә лә балаларымды күрмәй эшләүем — ул минең күңел талабы түгел. Бары күндәм ат һымаҡ егелеп тартҡан ауыр вазифам ғына. Мин бер ҡасан да балаларымды бәләкәй саҡтарында төрлө түңәрәктәргә йөрөтә алманым. Ҙурайғас, үҙҙәре яҙылып, үҙҙәре йөрөнө. Шулай ҙа һәр саҡ һөйләшергә, аралашырға ваҡыт табырға тырыштым. Ейән-ейәнсәрҙәремдең йүгереп килеп ҡосағыма һарылыуын, уларҙы тәмле ҡоймаҡ-бәлештәр менән һыйлауымды, төрлө сараларға бергә алып йөрөүемде күҙаллап, татлы хыялдарға йыш ҡына бирелеп алам.

— Ике ҡыҙың, бер улың бар. Улар шиғырҙарыңды уҡыйҙармы, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен беләләрме? Үҙҙәре ниндәй ижад төрөнә йәки хеҙмәткә өҫтөнлөк бирәләр?

— Әлхәмдүллиләһи, шөкөр, уҡыйҙар. Барыһын да намыҫым ҡушыуы буйынса башҡорт мәктәптәрендә уҡыттым. Илгиз атаһы юлынан китте. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланы. Киленем Таңһылыу ҙа — үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы. Юғары белемле филолог. Гүзәл М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында белем ала. Әминәбеҙ М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында 5-се класта уҡый. Яңыраҡ Гүзәл менән “Ҡурай” каналының “Йөрәк һүҙе” проектында минең шиғырҙарҙы уҡыныҡ. Өйөбөҙҙә башҡорт яҙыусыларының китаптары күп. Шуларҙы уҡып үҫтеләр. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә башҡортса шиғыр һөйләп, призлы урындар яулаған саҡтары ла булды. Гүзәл бәләкәйҙән “Тамыр” балалар студияһында шөғөлләнеп, хатта хөкүмәт кимәлендәге концерттарҙы ла алып бара ине.

— Һеҙҙең йәшлек шиғырҙарығыҙҙан хәҙерге йәштәрҙең әҫәрҙәре нимә менән айырыла? Ғөмүмән, заман менән ижад араһында бәйләнеш нисек сағыла?

— Минең эргәлә һәр ваҡыт ҡеүәтле шағирҙар ижад итте — Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Айһылыу Ғарифуллина, Салауат Әбүзәр. Өйрәнер, өлгө алыр кешеләрем булды. Улар әле лә минең уҡытыусыларым. Иҫәндәре лә, киткәндәре лә. Шундай уҡ балҡыш күрмәһәм дә, бөгөнгө йәштәр араһында бик үҙенсәлекле ижадсылар бар. Мин уларҙан да өйрәнәм. Һәр хәлдә, аңларға тырышам. Уларҙың булыуына ҡыуанам. Ижад офоҡтары ғәләмәт киң бит ул! Шундай амбициялы йәштәр килә бөгөн! Әйҙә, рәхәтләнеп ижад итһендәр, үҙ һүҙҙәрен әйтһендәр!

“Таң ҡалырлыҡ эштәр эшләйһем бар
Башҡортостан тигән илемдә!”

— тип яр һалған мин дә шундай уҡ булғанмындыр заманында.

— Башҡорт әҙәбиәтендә башҡортсанан руссаға тәржемә итеү проблемаһы ҙур. Үҙең әҫәрҙәреңде киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү мәсьәләһен нисек хәл итәһең? Дөйөм әҙәбиәтебеҙ өсөн был йүнәлештә ниҙәр эшләргә кәрәк, тип уйлайһың?

— Үҙенең әүҙемлегенә, финанс хәленә ҡарап (тәржемә иттереү айырым сығымдар ҙа талап итә), төрлө кеше төрлөсә хәл итә. Был юҫыҡта өлгө булырлыҡ йәштәр ҙә бар. Мин “Ҡалдырма, әсәй!” повесы авторы Айгиз Баймөхәмәтовты күҙ уңында тотам. 2013 йылда донъя күргән был әҫәр бөгөн 7 телгә тәржемә ителде: рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, әзербайжан, үзбәк, бүрәт телдәренә.

Шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә үткән халыҡ-ара ижади семинарҙарҙа ҡатнашыу ыңғай һөҙөмтә бирә, тип уйлайым, сөнки теләйһеңме, юҡмы, унда ҡатнашҡас, һин яҙғандарыңды тәржемә иттереп алып бараһың. Шул рәүешле башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре менән дә танышыу форсаты тыуа. Ундай семинарҙар үҙебеҙҙә лә йышыраҡ үткәрелһә, Башҡортостан өсөн бер мәртәбә генә булыр ине!

Шәхсән үҙемә төрлө йылдарҙа Сергей Янаки, Светлана Чураева, Станислав Шалухин, Айҙар Хөсәйенов, Лина Солтанова, Альбина Фролова кеүек тәржемәселәр менән эшләү бәхете тейҙе.

— Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән талантыңды һанға һуҡмау, уны үҫтерергә тырышмау — гонаһ тигәнде ишеткәнем бар. Был һүҙҙәрҙе нисек аңларға була?

— Ижад ҡомары төрлө кешегә төрлөсә бирелә. Әүҙемлектә, маһирлыҡта киң билдәле шағирә, әхирәтем Лариса Абдуллинаға еткән кеше бармы икән бөгөн? Уның шиғриәте лә, публицистикаһы ла, йәмәғәтселек эшмәкәрлеге лә — һоҡланғыс. Әммә бөтәһе лә Лариса кеүек була алмай. Аллаһу Тәғәлә кешеләрҙе төрлө итеп яралтҡан. Һәр кем үҙ юрғанына ҡарап аяҡ һуҙа. Үҙемә килгәндә, күпме насип иткән, шунса яҙырмын. Күп итеп ижад итеү бөтә осраҡта ла үҫеш билгеһе түгел бит әле. Яҙғандарым халыҡ күңеленә ятышлы булыуы мөһим.

— Матбуғат баҫмалары йылдың-йылы кәмегән хәҙерге осорҙа яҙыусылар өсөн үҙ уҡыусыларына барып етеүҙең ниндәй юлдары бар?

— Радио-телевидение, социаль селтәрҙәр һәм хатта хәҙер киң билдәле “ватсап” аша ла тиҙ тарала шиғыр юлдары. Әммә ижадсы менән күҙмә-күҙ осрашып, уның энергетикаһы аша яҙғандарын ҡабул итеүгә бер ни ҙә етмәй, минеңсә. Баш ҡалабыҙҙа ижад кисәләре йыш булып тора, ә бына район-ҡалала, башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ алдында һирәк сығыш яһауыбыҙ эсте бошора.

— Беҙ Хоҙай Тәғәлә яратҡан (ниндәй урынлы, матур һүҙ) кешеләрбеҙ. Ә яратыу тойғоһо үҙе ҡайҙа ярала икән: күктәме, ерҙәме, күңелдәме, әллә башҡа урындамы?

— Аллаһу Тәғәләнең һөйөүенә ирешеү — бик оло әйбер! Уның өсөн әүлиә йәнле булыу кәрәк! “Әүлиәлек беҙҙең ҡанда бит ул!” — тип яҙырға батырсылыҡ итһәм дә, шәхсән үҙем тураһында улай уйларға баҙнат итә алмайым. Шул уҡ ваҡытта Аллаһу Тәғәләнең барлыҡ йән эйәләренә лә һөйөү менән ҡарағанын беләбеҙ, “И, Раббым! Һин беҙҙе яратҡан кеүек, беҙ ҙә һине ярата алһаҡ ине!” — тип доға ҡылабыҙ бит. Һөйөү, минеңсә, йөрәктә ярала. Беҙ белмәгән әллә нисә мең ғаләм менән бәйләнештә торған ғәжәйеп серле әйбер бит ул йөрәк. Илһам да беҙгә йөрәк аша килә.

— Өлкән һәм йәш ҡәләмдәштәреңә иң ихлас теләктәрең ниндәй?

— Тап ошо осорҙа тап ошо кешеләр менән бергә-бергә ижад итеүем менән бәхетлемен! Аралашыу форсаты тейгән һәр яҙыусы күңелемдә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Берәүҙәре менән сәфәрҙәш, берәүҙәре менән табындаш, берәүҙәре менән серҙәш булырға насип итте. Ижадым хаҡында йылы һүҙ әйтеп, күңелемде күтәргәндәренә лә, битарафлыҡ күрһәткәндәренә лә, төрлө уйҙырмалар сығарып, йөҙөмдө йыртҡандарына ла рәхмәтлемен. Хоҙай Тәғәлә үҙенең сикһеҙ илһамы аша барыбыҙҙы ла рух һәм зиһен бейеклектәре, фекер һәм һүҙ ҡөҙрәттәре менән бүләкләһен, әҙәбиәтебеҙҙең дә, халҡыбыҙҙың да киләсәген яҡты ҡылһын!






0
384


0
Оставить комментарий