Ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис айлыҡ журнал
Общественно-политический, научно-популярный и художественный ежемесячный журнал
Monthly Socio-Political, Scientific and Literary Journal
12+

Илһамлы яҙмыштар

RSS

“Кеше үҙ илендә бәхетле булырға тейеш”

12.12.2018

Гөлсирә Ғиззәтуллинаны йәш сағынан беләм һәм ижади үҫешен ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам. Ул, һис шикһеҙ, таланты, донъяға ҡарашы, фекерләү үҙенсәлектәре менән арабыҙҙа иң үҙенсәлекле әҙибә. Уны “беләм” тиһәм дә, әлеге һөйләшеүҙә уның хаҡында былай әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килмәгән һымаҡ та. Гөлсирәне әле асаһы ла асаһы... Ҡыҫҡаһы, әңгәмәне уҡығас, үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ.

Гөлсирә Мирза ҡыҙы 1957 йылдың 4 июлендә Үзбәкстанда донъяға килә. Тамырҙары Башҡортостанда булһа ла, яҙмыш уның ата-әсәһен ошо ҡояшлы, емешле яҡта осраштыра.

Тыуған яҡтарға ҡайтҡас, тормош үҙ яйы менән дауам итә. Кинйәкәй ҡыҙ Гөлсирә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, “Башҡортостан” гәзитендә, “Китап” нәшриәтендә, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ватандаш” журналдарында эшләй. уның көнүҙәк темаларға яҙылған мәҡәләләре уҡыусылар араһында бәхәстәр тыуҙырырлыҡ, тормоштоң көтөлмәгән яҡтары хаҡында уйландырырлыҡ әҙәби публицистикаһы был жанрға биҙәк һәм тәрәнлек өҫтәй.

Ошо осорҙа Гөлсирә яҙыусы булараҡ та танылыу яулай. Бигерәк тә уҡыусылар уның ихлас күңелле, ҡатмарлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы, әммә тормошсан, сағыу характерлы геройҙары йәшәгән хикәйә-повестарын көтөп ала.

Хәҙер инде Гөлсирә Ғиззәтуллина күренекле яҙыусыларҙың береһе. Уның тормош, ижад юлы, әҙәбиәттең, әҙиптең кешелек үҫешендәге ролен төптән аңлап эш итеүе, фиҙакәрлеге күптәр өсөн фәһемле өлгө. Яҙыусының “Өмөтөмдө ҡалдыр”, “Юл япрағы менән Тамсы”, “Йөҙ ҙә бер ғүмер”, “Күңел утрауы”, “Тормош шау сәскәлә”, “Ожмах һулышы”, “Йәшәргә ваҡыт”, “Һөйөүем доғаһы” исемле йыйынтыҡтары һис ҡасан китап магазиндары кәштәһендә туҙан йыйып ятмай. Иң ҡыуандырғаны: әҙибәнең әле тормош тәжрибәһе лә тупланған, ижад ҡомарының да ҡеүәтле, ең һыҙғанып, илһамланып ижад итер сағы.

Читать далее >

“Донъя гиҙеү офоҡто киңәйтә”

30.10.2018

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. “Ҡалдырма, әсәй!” исемле тәүге повесы менән киң танылыу алды. Әҫәрҙәре рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, әзербайжан, монгол, ҡырғыҙ телдәренә тәржемә ителгән. Уның әҫәре нигеҙендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт һәм Х.Намсараев исемендәге Бүрәт академия драма театрҙары сәхнәләрендә спектаклдәре ҙур уңыш менән бара. “Әкиәтһеҙ бала саҡ”, “Урам балалары”, “Ҡыҙыҡ был тормош...” кеүек китаптары ла уҡыусылар тарафынан ыңғай баһаланды.

Читать далее >

“Мин дә бер сатҡы донъяла...”

15.10.2018

Миңә йөрәгем ҡушыуы һәм башҡарған вазифаларым буйынса төрлө аудиторияларҙа күп тапҡырҙар әҙәби, сәйәси һәм башҡа тематик осрашыуҙар үткәрергә насип булды. Был сараларҙа уҡыусыларымды ҡыҙыҡһындырған тиҫтәләрсә һорауҙарға яуап бирергә тура килә. Радио, телевидение каналдарында тура эфирҙа сығыш яһаһам, унда ла яуап көтәләр. Урамда ла, хаттар аша ла һорауҙар яуҙырыла. Был күренеште аңлап ҡабул итәм: күпте күргән, күпте кисергән, ҡырҡ биш йыл — журналистика, ярты быуат әҙәби ижад менән шөғөлләнгән өлкән йәштәге йәмәғәт эшмәкәренең теге йәки был мәсьәләгә бәйле фекерен белергә теләүҙәре ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Яуап биргәндә уйланырға, хисләнергә, аҡыл, зиһен тупларға тура килә. Бына ун йыллап инде тере аралашыу һөҙөмтәләрен “Уҡыусыларымдың һорауҙарына яуаптар” тигән исем менән республикабыҙ гәзит-журналдарында баҫтырып киләм. Сөнки улар башҡа уҡыусыларымды ла ҡыҙыҡһындырыуы мөмкин бит. Хәҙер инде күләмле генә бер йыйынтыҡ итеп сығарырлыҡ тупландылар. Ғүмер байрамым уңайы менән бер өлөшөн һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Читать далее >

«Һәр раҫлауың иҫбатларлыҡ булһын»

29.06.2018

Рәсүл Сәғитов — хәбәрсе ҡәләмен бала сағынан уҡ ышаныслы тибрәлткән, был эшкә ун ете йәшендә район гәзитендә ныҡлап тотоноп, ижади шөғөлөн әрме хеҙмәтендә лә ташламаған ҡәләм оҫтаһы, филолог, юрист ғилемдәрен дә үҙләштергән журналист һәм яҙыусы. 2016 йылда уға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелде. Унан алда Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты дәрәжәләренә лайыҡ булғайны. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ете китап авторы, улар башлыса әҙәби әҫәрҙәрҙән, публицистик мәҡәләләрҙән, журналистика буйынса сығыштарҙан ғибәрәт.

Читать далее >

«Тормош мәктәбе ул — ғүмерең дауамында алынған һабаҡтар».

24.06.2018

Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина 1945 йылдың 15 октябрендә Ейәнсура районының Мәзит ауылында тыуған. Абзан урта мәктәбендә башланғыс белем алғас, Өфөләге 1-се һанлы интернат-мәктәпте, аҙаҡ Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Балалар өсөн «Мәрйендәр», «Гөр-гөрөлдөк», «Башҡортомдан батыр юҡ икән», «Серле ҡумта», «Әсәйем ҡояш икән» тигән китаптар, мәктәптәр өсөн методик ҡулланмалар авторы. 1997 йылда Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтына эшкә саҡырыла. 2007 йылда БР Яҙыусылар союзында өлкән әҙәби консультант, аҙаҡ идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Читать далее >

“Тыуған яҡтың тылсымы бар”

16.04.2018

Билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиеваның “Ватандаш” журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнеүенә бер йыл тулып үтте. Башҡорт дәүләт университетының журналис­тика кафедраһын етәкләй башлауына ла йылдан ашты. Ике урында етәксе ролен башҡарыу, ғаиләлә ҡатын һәм әсә бурыстарын алып барыу уға нисек бирелә, шәхес булараҡ заманыбыҙҙың ниндәй күренештәре уйландыра һәм борсоуға һала – бөгөнгө һөйләшеү ошо хаҡта.

Читать далее >

“Мин дә бер сатҡылыр шул ҡуҙҙан сәсрәгән...”

30.03.2018

Шағирә, журналист Гөлнара Хәлфетдинова — Әбйәлил районының Хәмит ауылы ҡыҙы. Тыуған ауылында һигеҙ синыф бөтөрөп, урта белемде Р.Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында алған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факульте­тын (башҡорт һәм ғәрәп телдәре бүлеге) ҡыҙыл дипломға тамамлаған.



Читать далее >

«Илһам сығанағым — тыуған еремдә»

25.01.2018

Читать далее >

“Илһам — Хоҙайҙың ҡөҙрәте ул”

20.12.2017

Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова — Башҡортостан әҙәбиәт һөйөүселәренең яратҡан яҙыусыларының береһе. 

Читать далее >

«Дауа ла, шифа ла, йәшәү ҙә — ижадта!»

20.11.2017

Гөлназ Ҡотоева — шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр, “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара журналистар премиялары лауреаты, филология фәндәре кандидаты, биш шиғри йыйынтыҡ авторы.

Читать далее >

«Йәшәү — оло бәхет!»

20.09.2017

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың сентябрҙә оло юбилейы. Ҡыҙарып емештәр өлгөргән, баҡса-аҡландар гөл-сәскәгә күмелгән, урмандар әллә нисә төҫтә балҡып торған ҡояшлы күркәм осор. Күп яҡлы талант эйәһе лә ошондай бай ижад емештәре менән ҡаршылай был иҫтәлекле көндәрҙе.  

Читать далее >

Һәр кемдең дә сере була...

20.08.2017

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ — билдәле шағирә, талантлы журналист, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, өс ир-егет әсәһе, шағир ҡатыны, һәр саҡ йәш, сибәр, оптимист була белгән Тамара Искәндәриә.

Читать далее >

Яулайһы үрҙәр — алда

20.07.2017

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы — билдәле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Читать далее >

“Илһам беҙгә йөрәк аша килә”

20.06.2017

Был һанда талантлы шағирә, әлеге ваҡытта Өфө мэрияһында яуаплы вазифа башҡарыусы Зөлфиә Ханнанова менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Читать далее >

Әҙәбиәт — тарих, милләт һәм күңел йылъяҙмаһы

22.05.2017

Читать далее >

Илем, телем, тигән ил генә Иҫән ҡала алыр донъяла

20.04.2017

Читать далее >

“Сарсап килгән танһыҡ мөхитем”

20.03.2017

Читать далее >

Әҙибәнең күңел донъяһы

20.03.2017

Читать далее >
Акция "Я горжусь тобой, Башкортостан!"