Ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис айлыҡ журнал
Общественно-политический, научно-популярный и художественный ежемесячный журнал
Monthly Socio-Political, Scientific and Literary Journal
12+

2018 — ҒАИЛӘ ЙЫЛЫ

RSS

Ауылдаштарына кәрәк һәм терәк булып...

07.12.2018

Ғафури районы Родина (Ватан*) ауылында һоҡланғыс бер ханым йәшәй. Ул атҡарған эштәрҙе һанай башлаһаң, иҫең китер: ауыл старостаһы, Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, район Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе... Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева булыр уның аты. Исеме күптәргә таныштыр ҙа. 5 китап авторы, республика сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, 1-се урын яулаған. Уның шиғырҙарына яҙылған 30-ҙан артыҡ йырҙан торған диск донъя күрҙе. Ошондай күп ҡырлы, эшһөйәр зат менән яҡынданыраҡ танышыу форсаты тейҙе.

* Ауыл халҡы уны Ватан тип тə йөрөтə.

Читать далее >

Өйҙәренең нуры, ҡото бар

04.07.2018

Быйыл икенсе генә тапҡыр билдәләнеүсе милли байрамыбыҙ — Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан ойошторолған республика асыҡ конкурс-фестивалендә төрлө төбәктән йөҙҙән ашыу башҡорт ғаиләһе ҡатнашты. Республика башлығы Р.Хәмитовтың конкурста ҡатнашыусыларҙы сәләмләү телеграммаһында әйтелеүенсә, йолаларҙы һаҡлауҙа, ысын илһөйәрҙәр, рухи яҡтан бай кешеләр тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле баһалап бөткөһөҙ. Ғаилә институтын үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға ижтимағи ойошмаларҙың, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡушылыуы маҡтауға лайыҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. Район-ҡалалар буйынса иң-иңдәр тип табылған ун ғаилә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында сығыш яһаны, үҙ һәләттәрен күрһәтте һәм төрлө номинацияларҙа дипломдар һәм бүләктәр менән наградланды. Башҡортостаныбыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылында ғаилә ҡиммәтен данлаусы рухлы ваҡиғаларҙың береһе булараҡ иҫтә ҡалды был байрам. Балаларын халҡыбыҙҙың аҫыл рухи хазиналары — фольклор һәм йолалар, йыр-бейеү аша тәрбиәләгән атай-әсәйҙәр араһында Римма һәм Шайморат Тимербулатовтар ҙа бар ине. Улар Гөлйөҙөм исемле ҡыҙ, Ғайсар һәм Мортаза исемле ике ул үҫтерә.

Читать далее >

Балалы йорт — нурлы йорт

04.04.2018

Нурия РАФИҠОВА

Һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, тормош иптәше, балаларына бәйле. Тирә-йүнебеҙҙә балалары тураһында ихлас ҡайғыртып, уларҙа милли рух тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған татыу ғаиләләр би­хисап. Бөтә яҡтан да уңған, заман менән бергә атлап, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған йәштәр арта бара. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рида һәм Илнур Әхмәтйәновтар ҙа бик күптәр өсөн өлгө булырҙай. Эш­лекле, тырыш, талантлы был ғаиләлә балалар ҙа рухлы, илһөйәр булып үҫә.



Читать далее >

«Тыуған йортом, һөйөү, ғәзиз яғым — Ғүмерлек наҙ, йәшәү сығанағым»

22.01.2018

Бөгөнгө геройым республикала ғына түгел, ә илебеҙ кимәлендә билдәле шәхес: ике саҡырылышта Дәүләт Думаһы депутаты, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина. Халыҡ уны 2004, 2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Премьер-министр урынбаҫары вазифаларын башҡарыусы, әлеге көндә Мәскәүҙәге төп эшенән тыш, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының етәксеһе тип тә белә.

Читать далее >
Акция "Я горжусь тобой, Башкортостан!"